

Ҡайһы ваҡыт болотло көн
Күңелемə бер ҙə оҡшамай,
Ярай, яуһа болот булып,
Үтеп китə шул яумай.
Көндəр була томанлы,
Ҡаплап китə ҡояшты.
Күңелдəргə шом һалып,
Хəтерлəтə үткəн һуғышты.
Йөҙҙəрендə була моңһоу,
Көтөп аяҙ көндəрҙе.
Онотоп буламы һуң,
Йоҡоһоҙ үткəн төндəрҙе?
Еңеү көнө еткəн һайын,
Ҡотлайһы килə атайҙы.
Утлы яу ҡырҙарын үтеп,
Еңеп ҡайтты дошманды.
Яуҙан ҡайтты зəғифлəнеп,
Юғалтҡан ул бер күҙен.
Ҙур ҡыуаныстар менəн,
Көтөп алдыҡ бер үҙен.
Бик һаран булды һүҙгə,
Күп ваҡыт телһеҙ ҡалды.
Беҙ күргəнде күрһəтмəһен
Əйткəн һүҙе шул булды.
Əйтергə бик телəмəне,
Йөрəккəйе күрəһең əрнене.
Кемдеңдер ғəйебе өсөн,
Зəғиф булып йəшəне.