Хаттар
10 Май 2023, 04:40

МӘҢГЕЛЕК ӨЛГӨ

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар араһында минең атайым Нәҙершин Мәҙәрик Шәнгәрәй улы ла бар.

МӘҢГЕЛЕК ӨЛГӨМӘҢГЕЛЕК ӨЛГӨ
МӘҢГЕЛЕК ӨЛГӨ

Ул 1923 йылдың 17 майында Көйөргәҙе районы Икенсе Кинйәабыҙ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Саҡ үҫеп килгән сағында уның атаһын һөргөнгә ебәрәләр, ғаиләнең булған, көс-тир менән йыйылған мөлкәтен ғәҙелһеҙ рәүештә талап алалар. Шул сәбәпле биш балалы ғаилә аслыҡҡа-яланғаслыҡҡа дусар ителә. Атайым, ир балаларҙан иң өлкәне булараҡ, бик йәштән ауыр эштәрҙә эшләй башлай. Йәтим ҡалған балаларға күп михнәттәр кисерергә тура килә. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, атайым һәр ваҡыт белемгә ынтыла, Бөйөк Ватан яуы башланғас та ул Яҡуп ауылы мәктәбендә 9 класс тамамлай. Шунан һуң Стәрлеләге педагогик училищеһына юллана, әммә унда оҙаҡ уҡырға насип булмай – юҡлыҡ арҡаһында уҡыуын ташларға мәжбүр була. Һәм шул замандағы күптәр һымаҡ ул Урта Азия тарафтарына сығып китә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда минең атайыма ни бары 18 йәше тулған була... 

Фәрит НӘҘЕРШИН, Ырымбур ҡалаһы

Хат үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас