Хаттар
10 Май 2023, 04:58

Рәхмәттәрем сикһеҙ

Ғүмер буйы яратып уҡыған гәзитебеҙ “Юшатыр” аша оло рәхмәттәремде еткерәһем килә. 

Рәхмәттәрем сикһеҙРәхмәттәрем сикһеҙ
Рәхмәттәрем сикһеҙ

...Был көндө лә мин ныҡ итеп ауырып киттем. Фельдшерыбыҙ Лилиә Ғәббәсова хәлемде әйткәс тә ул йүгереп килеп тә етте. Ул шулай ул, кемгә булһа ла, үҙенең эш-мәшәҡәттәрен ташлап һәр ваҡыт ярҙамға ашыға.
Беҙгә килеп, тәүге ярҙамды күрһәтһә лә ауыртыныу баҫылмағас, ашығыс ярҙам машинаһын саҡырырға кәрәк булды. Кискә ҡарай, ауылда свет һүнгәйне, телефондар ҙа бит хәҙер свет менән эшләй, мед.пунктан шылтыратырға тип сыҡҡайны Лилиәбеҙ, нимә булды икән тип күршеләрем Гөлсөм Байдәүләтова менән Линиза Әмәкәсовалар ҙа килеп еткән. Ашығыс ярҙам менән һөйләшә алмағас (скорыйҙа тиҙ генә алмай икән шул) Лилиә Рәшит ҡыҙы аптырап тормаған ауылдашыбыҙ Абдуллин Юныс Юрис улынан ярҙам һораған. Ул бер һүҙһеҙ риза булған, шундай бер изгелекле бала ул, ярҙамсылдар. Йәштәр бик тырышып донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр, әсәйҙәре менән бергә йәшәйҙәр, татыуҙар. Фельдшерыбыҙ, күршеләрем машина табып беҙгә килеп тә еттеләр.
“Һауығып ҡайт”, – тип оҙатып ҡалдылар. Лилиә Рәшит ҡыҙы тураһында тағы шуны әйтәһем килә...

Тәнзилә ҠОТЛОБАЕВА, Кинйәбай ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас