

Эшләү осоронда төрлө ваҡыттар булды. Ауылдаштар иң тәүҙә минең был вазифаға етди ҡарамай ине, һуңынан тик халыҡ өсөн, ауыл өсөн эшләгәнде, тырышҡанды күргәс, берҙәмләштеләр, тырышып ярҙам итә башланылар. Мине тыңлап, һүҙемде йыҡмай гел ярҙамға ашыҡҡан ауылдаштарыма рәхмәт. Староста булып эшләү осоронда ауыл хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов менән бер тапҡыр ҙа һүҙгә килешмәнек, гел аңлашып эшләнек.
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.