Хаттар
20 Май 2023, 06:55

Оло быуын - тере тарих

- Фәриҙә һәм Ғәлиә апайымдарҙы һуғыш башланғас та вербауат иттеләр. 

Оло быуын - тере тарихОло быуын - тере тарих
Оло быуын - тере тарих

Ошолай хәтерләй Сайма инәй, - улар башта Күмертауҙа тимер юл һалдылар, һуңынан Свердлауға урман киҫергә ебәрҙеләр. Ә миңә, йәшең еткәс һине лә алырбыҙ, сөнки һеҙҙең ғәиләнән һуғышҡа алырға ир-ат юҡ бит, - тинеләр.
1943 йылға тиклем колхозда ҡайҙа ҡушһалар шунда эшләнем,- тип дауам итә инәйебеҙ, - ә 43-сө йылдың май айында районнан 10-лаған ҡыҙҙы Свердлауға оҙаттылар. Ярыҡ-йороҡ тауар вагонында яфа сигеп бик оҙаҡ барҙыҡ инде . Нисә көн барғанбыҙҙыр, хәтерләмәйем. Барып еткәс бригадаларға бүлделәр ҙә, торф сығара торған учаскаларҙы күрһәттеләр. Бригадирыбыҙ Холмогорҙан Кудинова Мария булды. Бик яҡшы кеше ине. Минең менән бергә Федоровка районы Денис ауылынан Хафиза булды, Моталдан Миниса, Яҡшымбәттән дә ҡыҙҙар бар ине. Әле улар иҫән булһалар, Байрам менән ҡотлайым, сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Баҡыйлыҡҡа күскән булһалар, рухлары тыныс булһын. Ул Свердлауҙа күргәнднәрҙе һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Хәҙерге йәштәр уны күҙ алдына ла килтерә алмай. Көнөнә 700 гр. икмәк бирәләр, аш тигәне кәбеҫтә һыуы. Тамаҡ ас, хәл юҡ, тубыҡтан һыуҙа тороп торфты улаҡҡа тейәйбеҙ. Көс етмәй тип торманыҡ, тырыштыҡ. Норманы арттырып үтәһәң икмәкте 100 грамға артығыраҡ бирәләр, ә норманы үтәмәһәң, икмәк пайын ҡырҡалар - ас ҡалаһың. Тороуыбыҙ бер поселокта барактарҙа булды. Эштән һуң аяҡтарҙы өҫтөрәп саҡ ҡайтып йығылабыҙ. Еүеш кейемдәрҙе киптерергә урын етешмәй. Түҙҙек инде, эшләнек...

Мәҙинә НИҒМӘТУЛЛИНА, Кинйә-Абыҙ ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас