

Ошо ваҡыт ғорурлыҡ тойғоһо, шул уҡ ваҡытта күп юғалтыуҙар михнәттәр күргән илем өсөн әрнеү ҙә уяна.
Яҙыласаҡ мәҡәләм районыбыҙҙың Урта Баба ауылында тыуып үҫкән (Урта Ауыл тип йөрөтәләр халыҡ телендә, ауылдың тәүге исеме Бикхужа-Биккүзинә, тип аталған шәжәрәләрҙә яҙылған) Искәндәров Һибәтулла Солтан улы тураһында. Ул 1919 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, ҡыҙғанысҡа бик бәләкәйҙән йәтим ҡала һәм уны атаһының туғаны ҡарап үҫтерә. Бала сағы, үҫмер йылдары бик ауыр йылдарға, аслыҡ, үҙгәртеп ҡороу осорона тура килә. Егет үҫеп буйға етә, ниндәй генә эшкә тотонһа ла еренә еткереп эшләй һәм йәшәй.
1938 йылда Совет әрме сафына хеҙмәткә алына һәм алыҫ көнсығыш яҡтарында хеҙмәт итә. 3 йыл хеҙмәтен тултырыуына, Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм ул 1941 йылда һуғышҡа китә. Поездға ултырып ҡайтырға сыҡҡан һалдаттарҙы бороп, Япон импералистары 2-се фронт асып ҡуймаһындар тип, кире үҙҙәренең часына ҡайтаралар. Шулай һуғыштың әсеһен-сөсөһөн татып, тыуған төйәгенә 1946 йылда ғына ҡайтып төшә Һибәтулла Солтан улы. Бик күп хөкүмәтебеҙҙең наградалары менән бүләкләнә.
Һуғыш бөткәс, иҫән-һау ҡалған ауылдаштары ла тыуған төйәктәренә ҡайта. Һибәтулла Солтан улы тырышып тормош көтә башлай. Ауылда сибәр ҡыҙҙар үҫеп буй еткәндәр, шулар араһында гөл-сәскәһе кеүек янып торған, асыҡ йөҙлө Асия исемле ҡыҙҙы һайлап, өйләнә.
Ҙур хөрмәт менән оло киленегеҙ Рәйсә ИСКӘНДӘРОВА, Күмертау ҡалаһы.
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.