Хаттар
24 Май 2023, 04:58

Аҡ халатлы фәрештә

Таймаҫ ауылында йәшәгән, бөгөнгө көндә Свобода дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөгән Фәйрүзә Ғайнан ҡыҙы Ҡобағошова тураһында һүҙем.

Аҡ халатлы фәрештәАҡ халатлы фәрештә
Аҡ халатлы фәрештә

Фәйрүзә Ғайнан ҡыҙы Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуып, ауылында урта мәктәпте тамамлап Сибай медицина училищеһында “Шәфҡәт туташы” һөнәрен үҙләштерә.
Уҡыу йылдары күҙ асып йомған арала тиҙ генә үтеп китәләр. 1976 йылда Ҡулына диплом алған йәш белгесте, үҙе тыуып үҫкән ерҙәрҙән бик алыҫ урынлашҡан Көйөргәҙе районы Свобода ауылы дауаханаһына йүнәлтмә менән эшкә ебәрәләр. Көйөргәҙе яҡтарына эшкә килеп, ошо яҡта тороп ҡалырмын, тип уйламаған да булғандыр инде йәш ҡыҙ. Яҙмыш үҙ яғын итә һәм әсәйебеҙ, Свобода ауылына күрше урынлашҡан Таймаҫ ауылы егете Факил Фәтих улын осратып, уның менән матур ғаилә ҡороп, беҙ, өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Ике ҡыҙ һәм бер улдарына лайыҡлы тәрбиә биреп, уҡытып, һәр яҡлап та ярҙам итеп оло тормош юлына баҫтырҙылар.
Әсәйебеҙ хәҙер инде дүрт тиҫтәнән ашыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәт итә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡыҙың Гөлфиә ҺӨЙӘРЕМБӘТОВА 

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас