

Фирҙәүес БӘШИРОВА,
«Башҡорт йорто» милли – мәҙәни ойошмаһы рәйесе, Татарстан республикаһы:
- Яҡут ауылы ағинәйҙәренә (етәкселәре Рәмзиә Әбйәлилова) йыраҡ юлдарҙы матур итеп йөрөп кайтһын өсөн уңайлы микроавтобус менән тәьмин иткәне өсөн район башлығы Юлай Талха улы Ильясовҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Гәүһәр МИРАСОВА, Яҡут ауылы:
- Йыйында башҡорт йолаларына, моңона, теленә һыуһаған башҡорттар йыйылғайны. Бик йылы ҡаршы алдылар. Ошо сараны ойошторғандары өсөн Фирҙәүес апай, Йәдкәр ағай Бәшировтарға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ә инде, ойоштороп, һаҡлап, ҡурсалап йөрөтөп алып ҡайтҡандары өсөн Рәмзиә киленем менән Рәүеф ҡустым Әбйәлиловтарға айырым оло рәхмәтемде белдергем килә. Был сәйәхәтте бер ваҡытта ла онотбаҫбыҙ.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.