Хаттар
25 Июнь 2023, 06:13

Хат ташыусыбыҙҙан уңдыҡ

Һаумыһығыҙ, яратҡан гәзитебеҙгә яҙылмай ҡалған юҡ.

Хат ташыусыбыҙҙан уңдыҡХат ташыусыбыҙҙан уңдыҡ
Хат ташыусыбыҙҙан уңдыҡ

Был юлы өйҙә генә ултырып яҙылдым, хат ташыусыбыҙҙан уңдыҡ, газетыбыҙға яҙҙырып, квитанцияһын ҡалдырып та киткән. Яҡшымбәтебеҙ, ҙур ауыл булһа ла, бер көндә өлгөрөп, газета килеү менән, көнөндә таратып та сыға, атлап түгел, осоп йөрөй, молодец, Лилиә Аҙнабаева, почтанан тауарҙарҙар ҙа тәҡдим итә, кәрәк әйберҙе йәһәт кенә килтереп тә китә, рәхмәт, иҫән-һау эшлә.

Тәнзилә Бикмаева, Яҡшымбәт ауылы

Автор:
Читайте нас