

Ҡыҙғанысҡа ауырыу сәбәпле үҙем барып күрә алманым. Уны йәнә ошо беҙҙең эргәләге яланда үткәреүҙәре лә күңелгә хуш килде. Матур күренеш, районыбыҙҙа икенсе йыл рәттән уҙғарыла, Алла бирһә, киләсәктә лә йолаға әүрелеп, йыл һайын уҙғарылып торһон тигән теләктә ҡалам. Икенсе йылда уны үткәреү урыны итеп Мораптал яландарын һайлаһындар ине. Сөнки ул яҡтарҙа илебеҙ өсөн кәрәкле, бик күп күренекле, билдәле шәхестәр тыуып үҫкән, миҫал өсөн: Морат Ҡужаҡов, Баязит Бикбай, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Рәжәп Юлбарисов...
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы
Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды.