Хаттар
9 Июль 2023, 05:50

Үҙең дә, күңелең дә матур һинең, әнейем!

Кешеләрҙе Хоҙай төрлө итеп яратҡан.

Үҙең дә, күңелең дә матур һинең, әнейем!Үҙең дә, күңелең дә матур һинең, әнейем!
Үҙең дә, күңелең дә матур һинең, әнейем!

Ә беҙҙең әнейебеҙ, бөгөнгө көндә ошо тормошобоҙҙо йәмләндереүсе, изге күңелле, йөҙөнән нур бөркөлөп тороусы, оло йөрәкле - Филзә Фәез ҡыҙы Ғәлимова тураһында ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре яҙһам да әҙ булыр кеүек тойола.
Әнейебеҙ Башҡортостандың төнъяғында урынлашҡан Борай районы Яңы Кизгән ауылында тыуып үҫкән. 1968 йылда Өфө медицина училищеһын тамамлап, Көйөргәҙе районына шәфҡәт туташы булып эшкә килә һәм Мораптал ауылында эш башлап ебәрә.
Күп тә үтмәй ошо ауыл егете Марат Усман улына кейәүгә сығып, балалар үҫтереп, тормоштоң йәмен-тәмен эштән табып йәшәнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы әтейебеҙ был яҡты донъянан иртәрәк китте...

Барлыҡ балаларың исеменән ҡыҙың Земфира.

Хат тулы килеш йома көнө гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас