Хаттар
10 Июль 2023, 05:27

Һағынышып осраштыҡ

Хәҙер инде Мортаза Рәхимов исемен йөрөткән гимназиябыҙ шулай уҡ яҡты, йылылыҡ бөркә. 

Һағынышып осраштыҡҺағынышып осраштыҡ
Һағынышып осраштыҡ

Ҡул менән һыпырып алғандай, әллә ҡайҙа ятып ҡалған бала саҡ йылдары менән ҡабат осраштыҡ. Үҙебеҙ уҡыған йылдарҙы, уҡытыусыларыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Белем усағыбыҙ буйлап экскурсия ҡылдыҡ. Матур хәтирәләр, яҡты уйҙар менән бүлештек. Ниһайәт, күп төрлө хис-тойғолар менән көткән осрашыуыбыҙға бик шатландыҡ.
Баҡһаң, беребеҙ ҙә үҙгәрмәгәнбеҙ икән дә баһа! Шул уҡ шат-көләс, матур йөҙҙәр, ихлас күңелдәр, осҡон сәсеп торған күҙҙәр, һаман да шул уҡ шаталаҡ ҡыҙҙар һәм егеттәр!

Филүзә Харрасова, 3-сө БРГИ-ның Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хат тулы килеш гәзиттә үткән һанда баҫылды. 

Автор:
Читайте нас