Хаттар
25 Июль 2023, 10:28

Йыл да үткəрелһен

Мин һуғыштан һуң тыуған баламын.

Йыл да үткəрелһенЙыл да үткəрелһен
Йыл да үткəрелһен

Үҙемдең үҫеп килгән сағымды иҫкә төшөрөп алам. 1-се Кинйә ауылында тыуғанмын, Яҡуп ауылында үҫтем. Ауылда Һабан туйы билдәләнгән көн алдынан, тәғәйенләнгән 2-3 ир-егет урам буйлап 3-4 метр оҙонлоғондағы саталы таяҡ менән урам буйлап үтәләр ине. Өй янына килеп еткәс туҡтайҙар, өй хужаһы буласаҡ байрамға бүләк сығарып бирә: таҫтамалмы, яулыҡмы, кемдең нимәһе бар таяҡҡа бәйләйҙәр һәм урам буйлап үтәләр ине. Хатта йомортҡалар ҙа бирә торғайнылар. Һабантуй көнө иртәнсәк халыҡ тәғәйенләнгән урынға йыйылыр ине. Һабантуйҙы асыу өсөн етәксе һүҙ ала.
Яҡуп ауылы Мораптал тоҡомсолоҡ совхозының 4-се бүлексәһенә ҡарай ине. Яҙғы сәсеүҙә әүҙем эшләгәндәрҙе, уңыштарға өлгәшкән эшсәндәрҙе тәбрикләй торғайнылар, бүләктәр ҙә тапшыра торғайнылар. Шунан һуң төрлө уйындар башлана. Ат сабышында, көрәш ярышында 1-се урын яулағандарға һәр ваҡыт һарыҡ бирә торғайнылар. Йәштәр ҙә, ололар ҙа гармунға рәхәтләнеп бейей торғайнылар.
Заманалар үҙгәрә... Хәҙер элекке кеүек һәр ауылда ла Һабантуйҙар уҙғарылмай. Быйыл райондың хеҙмәт туйы 1-се Кинйә ауылы туғайында гөрләне. Бик күп ҡунаҡтар килгәйне, сараны район башлығы
Юлай Ильясов асты...

Өфөнән Гөлсирә һылыуым менән ейәнсәре лә килгәйне байрамға, беҙ ҙә тәмле итеп әҙерләнгән аш-һыуҙарҙан ауыҙ иттек...

Рәйсә ИСКӘНДӘРОВА, Күмертау ҡалаһы 

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас