Хаттар
1 Август 2023, 11:02

Көттөрмәйек

Беҙ, Яҡупов Малик Ғибадрахман улы һәм Мәрйәм Таһир ҡыҙы, "Юшатыр" гәзитен яратып уҡыйбыҙ. 

КөттөрмәйекКөттөрмәйек
Көттөрмәйек

Йыл да яҙылып торабыҙ, йыл да квитанцияларыбыҙҙы һеҙгә ебәрәбеҙ, тик бер ҙә бүләк отҡаныбыҙ юҡ, йыл да өмөтләнеп кенә ҡалабыҙ.
Малик иптәшем "Искра" колхозында шофер булып 45 йыл эшләне, "Хеҙмәт ветераны" тигән исеме лә бар. Малик иптәшемә оҙаҡламай 70 йәш тула, миңә 69 йәш.
20 июндә беҙҙең туй көнө, 1974 йылда өйләнештек. Биш балаға тәрбиәләп үҫтерҙек: өс малай, ике ҡыҙ. Аллаға шөкөр, барыһы ла үҙ ғаиләләре менән матур итеп йәшәп яталар...
"Юшатыр" гәзитендә фәһем алырлыҡ материалдар күп, төрлө яңылыҡтарға бай, уҡығы килеп кенә тора, тик аҙна буйы көтөп алыуы ғына ҡыйын.
Һеҙгә, редакция хеҙмәткәрҙәренә, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә яңы уңыштар, аяҙ күк, тыныс, матур тормоштар теләп ҡалабыҙ.
Абдул ауылынан Малик һәм Мәрйәм ЯҠУПОВТАР.

Был хатҡа яуап гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас