Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
5 Август 2023, 10:16

"Үҙ яйым менән йәшәйем"

Иҫәнмеһегеҙ, Юшатырҙар! 

"Үҙ яйым менән йәшәйем"
"Үҙ яйым менән йәшәйем"

Мин, Ғәбдинов Йәдкәр Мәгән улы, 1957 йылдың 6-сы сентәбрендә Ташкент ҡалаһында донъяға килгәнмен. Ә үҫтем мин Башҡортостанда, ул ваҡытта Күмертау районы Тимербай ауылында.
Тимербай ауылында бәләкәй сағымдан үҫкәнгә, мин уны үҙемдең тыуған ауылым кеүек һиҙәм һәм ысын күңелемдән яратам. Беҙҙең ауылдан сыҡҡан ҙур шәхестәр араһында - Рәсәйҙең Атҡаҙанған Сәнғәт Эшмәкәре, яҙыусы, драматург Йомағолов Илшат Халил улы һәм Башкортостанның Халык артисткаһы Миниса Бакирова (Йомағолова).
Миңә, 16 йәшемдә, туғандарым саҡырыуы буйынса, үҙемдең тыуған ҡалам Ташкентҡа кире ҡайтырга тура килде. Унда эшкә керҙем. Йыр йырларға бәләкәй сағымдан уҡ бик ярата инем, шул сәбәптән мине теләктәрем, ул ваҡытта Ташкент ҡалаһындағы татар-башҡорт "Йәшлек" төркөмөнә алып килде. Мин шул төркөмгә йөрөй башланым, йыр сәнғәтен үҙләштерҙем, бик күп йылдар төркөмдең йырсы-солисты булдым.
Уҡырға керҙем Ташкент Сәнғәт Институтына. Кистәрен унда уҡыным, иртән эшкә йүгерә инем, ваҡыт табып төркөмгә лә йөрөй инем. Белмәйем, ҡайҙан шул ҡәҙәре энергия, көс булғандыр, йәш саҡта, ҡыҙҙар артынан сабыуҙарҙы ла ҡушһаң, хәҙерге йәшемдә уйлаһам иҫем китә.
Диплом алғас, мин үземдең "Яҡташтар"тигән татар төркөмөн ойошторҙом, уның етәксеһе һәм йырсыһы булып, күп йылдар Урта Азияла йәшәгән, татар-башҡорт халкы өсөн концерттар ҡуйып, уларҙы ҡыуандырып эшләнек, ул ваҡытта унда татар-башҡорт халҡы бик күп ине.
Шунан беҙгә Үзбәк телевидениеһе аҙнаға 2 сәғәт эфир ваҡыты бүлде. Үзбәк радиоһында аҙнаға 2 тапҡыр 1 сәғәт эфир ваҡыты бирҙеләр, аҙна һайын шунда сығыш яһай инек.
1989 йылда, мине Ҡазанға "Татар йыры - 89" Бөтә союз йыр конкурсына саҡырҙылар, унда мин "Хәмдия" тигән татар халыҡ йырын йырлап "Бөтә союз Татар йыры дипломанты" исемен алдым...

Һеҙгә ҙур хөрмәт менән Йәдкәр ҒӘБДИНОВ, Ҡазан ҡалаһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас