

Күҙ яуын алып торған төрлө төҫтәге сәскәләрҙе кем яратмай икән? Беҙҙең ауылда сәскә үҫтереүсе ҡатын-ҡыҙҙар күп.
Шуларҙың береһе Флүзә Андреева. Ул бик уңған хужабикә, ҙур итеп баҡса үҫтерә, ә донъяһы ни тора, уны төрлө сәскәләр уратып алған. Ҡапҡаһын асып кереү менән хуш еҫле, сағыу сәскәләр, аллы-гөллө түтәлдәр, тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып ултыра.
Гөл-сәскәгә тулған ихата йорт хужабикәһенең тырыш һәм тынғыһыҙ булыуын, уның гүзәллек яратыуын аңлата. Был хәтлем матурлыҡты үҫтереүҙә ярҙамсыһыҙ булмай. Уның төп ярҙамсылары ҡыҙы Нәркәс һәм улы Айтуған...
Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Кинйә-Абыҙ ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.