Хаттар
16 Август 2023, 06:56

Ауылым ағинәйе

Ниғмәтуллина Бану Йәләй ҡыҙы хаҡында яҙып үтәһем килә. 

Ауылым ағинәйеАуылым ағинәйе
Ауылым ағинәйе

Ниғмәтуллина Бану 1933 йылдың 7 авгусында (90 йәшен билдәләне) Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында ябай колхозсылар ғаиләһендә 3-се бала булып доньяға килә. Уның атаһы Йәләй ағай 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә, Бану апайға ни бары 8 йәш кенә була. Башланғыс мәктәпте тамамлағас уға төрлө хужалыҡ эштәрендә эшләргә тура килә. Урындағы хужалыҡтың сусҡа фермаһында 2 йыл эшләгәндән һуң Киров колхозының 2-се бригадаһына һауынсы булып эшкә урынлаша. Йәшләй генә тормошҡа сыға, ләкин парлы тормошта йәшәргә насип булмай, яңғыҙы ғына 3 ҡыҙ бала үҫтерә.
Бану апай эшләгән ваҡытта, бар эш тә ҡул менән башҡарыла. Һәр һауынсы группаһына 20-25 баш һыйыр беркетелә. Һыйырҙарға ҡул менән ташып аҙыҡ һалалар, һыу эсерәләр, һәр һыйырҙы таҙа тоторға, елендәрен йыуырға, ҡул менән һөт һауырға һәм ҙур феләктәргә һөҙөп, хисапсыға тапшырырға тейеш булалар. Был эштә Бану апай хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләп сыға. 40 йыллыҡ стажы бар. Эшләү дәүерендә һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта була. Эштәге ҡаҙаныштары өсөн бик күп маҡтау граматаларына, Социалистик ярыш еңеүсеһе исеменә, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» юбилей миҙалына, Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм Почетлы колхозсы исемдәренә лайыҡ була, һәм дә эштәге ҡаҙаныштары өсөн Мысырға путевка менән дә бүләкләнә...

Бану апайҙың тормошына шаһит булыусы,
ауылдашы Миңзиә ТӨХВӘТУЛЛИНА һөйләүенән Әлфирә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас