

Атайыма быйыл 19 август көнө 110 йыл була. Әсәйем Хәйриә Абдулла ҡыҙы Биктимерова Көйөргәҙе районы 1-се Кинйә ауылы-Туғай Кинйәһенән. Атайым Сәлмән Ғәлиәхмәт улы 2-се Кинйә ауылынан. Сәлмән Ғәлиәхмәт улы үҙ СССРның Ҡаҡши шәһәрендә юл мастеры булып эшләгән була, отпускаға ҡайтҡас 1939 йылдың октябрендә әсәйемә өйләнә. 1939 йылдан 1941 йылға хәтлем Ҡарши шәһәрендә йәшәйҙәр. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы 1941 йыл һуғыш башлана, атайға повестка килә һәм әсәйем 3 айлыҡ ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлап, хәләл ефетен йыйылма пункт Алкиноға оҙата. Атай Алкиноға саҡырып ғаиләһенә хат яҙа, ә ул бәләкәй бала менән бер нисек тә бара алмай. 1942 йыл 17 февраль айы була был хәл. Ҡыҙҙары 9 ай тулғас бәхетһеҙлеккә ҡаршы мәрхүм була.
Аҙаҡ әсәйем Көйөргәҙенең тол ҡатындары менән вербовкаға эшкә ебәрелә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып бөткәс, товарный вагонға ултырып китәләр. Уларҙы эшкә Мәскәү шәһәренең Орехово-Зуевоһына алып баралар. 1944 йылда атайым һуғыштан герой булып ҡайтҡас, әсәйемде Орехово-Зукевонан телеграмма ебәреп ҡайтартып ала. Әсәйемә бүләк итеп матур күлдәк, 2 көмөш беләҙек алып ҡайта. Һуғыштан ҡайтҡас тыуған балалары мин, Лида Сәлмән ҡыҙы, 1946 йыл 12 ғинуар тыуғанмын.
Атайым колхоз рәйесе булып та эшләне. Мин 1967 йыл 3 июль Абдул китапханаһына эшкә килгәндә, атай шул йылдарҙа район депутаты, ауыл советы депутаты булып эшләй ине, сессияларҙа һәр ваҡыт осраша инек. Атайым миңә үҙеңде матур итеп тот, мах бирмә, тип һәр ваҡыт өйрәтеп торҙо.
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.