Хаттар
7 Сентября 2023, 04:19

Уҡытыусыларыма рәхмәт

Беҙ Таймаҫта мәктәпкә ҡаршы ғына йәшәнек. 

Уҡытыусыларыма рәхмәтУҡытыусыларыма рәхмәт
Уҡытыусыларыма рәхмәт

 Атайым – ат йәнле кеше. Ул мәктәп атын ҡараны. Директорҙы бөтә кәңәшмәләргә, йыйылыштарға атайым Ермолаевоға ат менән алып бара торғайны. Авыйҙың ата-әсәһе Дәүләкәндән ҡунаҡҡа килә. Атайым: “Әбей, Сыртлановтың ата-әсәһе килә, әйҙә ҡунаҡҡа саҡырып алайыҡ”, - ти. Беҙҙә улар дүртеһе ҡунаҡ була. Ул саҡта спиртлы эсемлек эсеү юҡ. Мәҙинә апаны бейеттеләр. Мин бүлмә ярығынан уның бейеүен күҙәтәм. Тамаша! Күңелле саҡтар!
Шулай, Сыртланов абый ябай ҙа, бөйөк тә шәхес ине. “Институтҡа һин дә кермәгәс”, - тип дәртләндерер ине. Шулай итеп коллегалар булып киттек. Конференцияларҙа күреп: “Ана беҙҙең Сафия”, - тиер ине. Һигеҙ йыл эшләп киткән Таймаҫты, уның халҡын онотманы, сәләмдәр тапшырып торҙо.
Ниндәй генә шәхестәр сыҡманы Таймаҫтан уның тырышлығы менән, һанап бөтөрлөк түгел! Ниңә шундай шәхес-уҡытыусыларға һәйкәл ҡуймайҙар икән?

...1960-сы уҡыу йылын 12 кеше тамамлағайныҡ. Шуларҙан тереләре бишәү, ә башҡалары гүр эйәләре инде.
1951 йылда Тимирязов исемендәге Өфө педагогия институтын тамамлап, Таймаҫ мәктәбенә директор булып Сыртланов Рафиҡ Шәрәфетдин улы килде. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, мәктәп исеме генә мәктәп. Кластар бәләкәй, утын яғып йылытыла, кәрәсин шәмдәр. Директор ең һыҙғанып эшкә тотона.
Самандан кирбестәр һуҡтырып ике интернат бинаһы, уҡыу мастерскойы, йорт ҡуяндары өсөн һарайҙар төҙөттө...

Сафия АБДУЛЛИНА, Яңы Таймаҫ ауылы

Автор:
Читайте нас