

Һәм беҙ тиҙ генә күршеләргә ярҙам һорап керҙек. Шунда уҡ Роберт һәм уның улы Фидан Ишмөхәмәтовтар йүгереп кереп малҡайыбыҙҙы ҡаранылар, дауаланылар. 40 йылдан ашыу колхозда эшләгән Роберт Рәжәп улына һәм атаһы юлын һайлап, быйыл эш башлаусы улы Фидан Ишмөхәмәтовтарға, һыйырыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырғандары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларға именлек, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Наил ХӘСӘНОВ менән Гүзәл НИҒМӘТУЛЛИНА.
Ҡарай ауылы