

Ошо дәүер эсендә Яманһары ауылында йәшәгән өлкән йәштәге инәй-бабайҙарҙы иҫкә төшөрөп, яҙып китәм:
1) Ишмөхәмәтов Әхмәҙулла, ике улы һуғышта юғалдылар, 95 йәшендә үлде.
2) Батыршин Ғәбиҙулла, өс улы, ике ҡустыһы хәбәрһеҙ юғалдылар, 87 йәштә донья ҡуйҙы.
3) Байназаров Ярулла, фронтовик, 93 йәшендә вафат булды.
4) Шәйхетдин бабай 100 йәштә китте доньянан.
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ ҡына булдылар: Әлимбаева Сабира 106 йәшендә донья ҡуйҙы. Батыршина Ғәфифә, Түләгәнова Хәбилә (өләсәйҙәрем) 102-шәр йәштә донъя менән хушлаштылар. Тураева Сәрбикамал, Даутова Әсҡәпямал, Фаиза инәй, Сәфиуллина Маһинур, Үҙәнбаева Миннури, Иҙрисова Әминә, Хөсниҡамал, Ғилембикә, Йөҙлөбикә инәйҙәр. Был инәй, бабайҙар 90-100-өшәр йәш араһында донъя ҡуйҙылар. «Оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә?» тип һораһаң, күптәре ҡыҫҡа ғына итеп: «Эш эшләһәң оҙаҡ йәшәйһең», тип яуап ҡайтарғандары әле иҫкә төшә. Файза инәй 90 йәшендә, көҙ көнө балан йыйырға туғайға төшкән, көслө ел менән борсаҡ ҡатыш ямғыр яуған, аҙашып йөрөгән...
«Кире ҡайтмай ғүмеркәй»
Ғүмер - түгел уйынсыҡ
Һаҡлай белергә кәрәк,
Һаулығың да үҙ ҡулында
Ул бит - беҙҙең киләсәк.
Күпме генә теләһәк тә
Ирешеп булмай байлыҡҡа,
Сирең булһа дарыуҙар ҙа
Ярҙам итмәй һаулыҡҡа.
Йылдар үткәс иҫкә төшә
Нисек дөрөҫ йәшәргә,
Күпме генә биҙәнһәң дә
Ҡайтып булмай йәшлеккә.
Сәләмәттән, Һаулыҡ менән
Йәшәүҙәр йәмле була,
Аңлағанға ҙур имтихан
Тормош шулай аңлата.
Айҙар, йылдар үткән һайын
Моңһоу була күңелгә,
Әйләндереп булһа икән
Ғүмер ҡуласаһын кирегә.
Кире ҡайтмай ғүмеркәй,
Булмай яңынан терелеп.
Иҫкә төшһә, йөрәккәйем
Төшкән кеүек өҙөлөп.
Ҡояш та сығып йылытты,
Ай ҙа яҡтырып, ҡалҡып.
Һис кемгә үпкә булмаһын
Томоштар торҙо балҡып.
Өлкәндәр һәм ололар
Мөбәрәк булһын байрам,
Бәхет менән шатлыҡтар
Һеҙгә мин теләп ҡалам.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы
Гөлшат инәйҙең хаты тулы вариантта гәзиттә баҫылды.