

Бөгөн ололар байрамы. Шуға күрә был һорауҙы бөгөн яҡтыртмағыҙ. Күңелдәре төшөнкөлөккә бирелмәһен. Үҙем ауыл депутаты булып эшләгәндә үк ошо һорау ныҡ борсоуға һала ине. Ололарға булған хөрмәт, тип әйтергә микән. Уларға ҡарата хөрмәт көн дә булырға тейеш инде ул, әмма тап ошо көндә, ололар көнөндә улар ниндәйҙер йылы ҡарашты, иғтибарҙы талап итә кеүек. Бәләкәй бала шикелле.
Үҙем ауылда депутат булып эшләргә тура килгәс, шул проблемаға тип әйтәйем микән, тап килдем. Быйылғы йылда ла, мин инде эшләмәһәм дә, һаман шул һорауҙар миңә килә. Ул да булһа, ололарға бүләк. Башҡа ауылдарҙа нисектер, беҙҙең ауылда колхоз һәм сельсовет тигән нәмәгә бүленгән бит инде. Кем колхоздан пенсияға сыҡҡан, кемдең пай ерҙәре колхозда уларға күстәнәс колхоз тарата. Кем ғүмер буйы бюджет эшендә эшләгән уларға сельсоветтан күстәнәс, тигән, ҡарар тип әйтергә микән, йөрөй. Быйылғы йылда колхоздан күстәнәс бар, ә сельсоветтан юҡ икән. Ярай рәхмәт колхоз председателе ит һәм сәйгә тәм - том биргән инде, уртаҡ байрам иттеләр ололар. Әмма, оло әбей - бабайҙар бер- береһенә маҡтанышып алғандар. Беҙгә күстей ҙә тараттылар тип. Кемгә юҡ, уларға ҡыйын булған. Шулай инде, оло кешенең күңеле кителергә генә тора бит ул. Әлеге лә баяғы миңә килеп һорайҙар. Ни тип тә яуап бирергә белмәйем. Бер инәй, һаулыҡ яғынан насарыраҡ инде, ул шул тиклем көтәм тигәс күстей алып бирҙем инде, ярай хәйер булыр тип. Ул һаман һорай әле ул, кем ебәрҙе, силсәүитме, тип. Шуға бер генә ҡарашта булып булмай микән, ошо һорау буйынса? Булһа барыһына ла тигеҙ булһын , булмаһа юҡ. Балалары байрамга күстәнәстәре менән килеп тора, һәр береһенә. Тик һаман да улар көтә бит уртаҡ кустейҙе. Әллә ҡайҙа, әллә кемдәргә тиҙ генә аҡса йыйып тапшырабыҙ, кәрәк тиһәләр. Ошо бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған ҡарттарыбыҙҙы рәнйетмәй генә йәшәге килә.
Альбина Искәндәрова, Яҡуп ауылы.