Хаттар
10 Ноябрь 2023, 03:37

Балалары өсөн оло терәк

Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылында йәшәүсе мырҙам Салауат Сәйет улы күркәм юбилейын тантана итте.

Балалары өсөн оло терәкБалалары өсөн оло терәк
Балалары өсөн оло терәк

Биш балалы Сәйет менән Сәрбикамал Һөйөндөкөвтар ғаиләһендә икенсе бала. Бала саҡтан егәрле атайыбыҙ үҙе янында йөрөтөп бар хужалыҡ эштәренә өйрәтә. Ғүмер буйы ат ҡараусы булып эшләгән атайыбыҙға эйәреп аттар ҙа тәрбиәләй Салауат. Ат яратҡан атайҙарының 65 йәшенә Байрас улы менән килене Луиза ат бүләк итә. Оло улдары Юлай менән Рәмилә килене хеҙмәткә һөйөү тәрбәиләп, белем биргән атайҙарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Ун бер бала атаһы Салауат Сәйет улына балалары өсөн оло терәк, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле олатай- ҡартатай. Атайлы бала - арҡалы бала ти халыҡ мәҡәле. Балалары атай-әсәй булып бөтһәләр ҙә атай һүҙен өҫтөн ҡуялар, уның аҡыллы кәңәштәрен тоталар. Татыу ғаиләлә атайға оло ихтирам тәрбиәләнә. Киленебеҙ Сәмәрә менән 43 йыл тормош юлынан ҡулға ҡул тотоноп атлайҙар. Әҙәпле, инсафлы ғаилә лә балалар ҙа тәртипле булып үҫә. Ярҙамсыл, ихтирамлы улдар, ҡыҙҙар тәрбиәләнә.

Атайыбыҙ ҙа, әнәйеҙ ҙә бөгөн иҫән түгелдәр.
Салауат мырҙам менән киленебеҙҙең улдары Азамат Украинала, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы. 

Автор:
Читайте нас