Хаттар
12 Ноябрь 2023, 05:47

Көлкө эш хаҡы

“Юшатыр” гәзитен бик яратып уҡыйым, һәр йыл һайын яратып алдырам.

Көлкө эш хаҡыКөлкө эш хаҡы
Көлкө эш хаҡы

Һуңғы аҙнала борсолоп торған мәсьәләбеҙҙе яҙырға булдыҡ әле. Почтальон булмау сәбәпле гәзит тә, коммуналь түләүҙәргә квитанция ла килмәй. Почтальон таба алмайҙар инде, сөнки уларға кәрәкле эш хаҡы түләмәйҙәр.
Беҙҙең элекке почтальон Рита Байғужина менән етәксеһе Ғәлиә ханым бик матур эшләнеләр. Дүрт ауылға йүгереп, ваҡытында почтаны таратып, барыһына ла Ритабыҙ өлгөрҙө. Хатта үҙ машинаһы менән йөрөп тә таратырға мәжбүр булды. Әгәр ҙә, тейешенсә эш хаҡы түләһәләр, Ритабыҙ әлеге көндә лә матур итеп эшләп йөрөр ине. Был көлкө эш хаҡына кем эшләһен? Илебеҙ шул хәтлем байлығы менән бәләкәй генә почтальондарға ла түләй алмаймы икән? Беҙ ауылыбыҙ халҡы менән ошо мәсьәләне яратып уҡыған гәзитебеҙгә яҙырға булдыҡ.
Кинйә-Абыҙ ауылы халҡы исеменән Ришат ЙОМАҒОЛОВ.

Почтальондар мәсьәләһе буйынса (Абдулда, мәҫәлән, әле хат ташыусы юҡ йәки Яңы Таймаҫ почта бүлексәһе проблемаһы) почта начальнигы (ул Мәләүездә ултыра) Л. Веселоваға әллә нисә рәт шылтыраттыҡ. 

Юлдар мәсьәләһе кеүек үк (әйттең ни, яҙҙың ни, иланың ни) был проблема ла шулай ахры - бер кемгә бер нимә лә кәрәкмәй, үгеҙ үлһә ит, арба ватылһа -утын. 

Автор:
Читайте нас