

Ошо көҙ айының матур бер көнөндә, үҙенең күркәм юбилейын билдәләй Минзәлә Мөхәррәм ҡыҙы!
Ҡатын- ҡыҙҙың тыуған ере икәү
Береһе тыуған, береһе төшкән ер.
Һөйгән йәре менән парланышып
Нигеҙ ҡороп, донъя көткән ер
Эйе, бына Минзәлә Мөхәррәм ҡыҙының Яҡут ауылына килен булып төшөүенә лә бихисап ғүмерҙәр үтеп киткән икән.
Йәмле, хозур тәбиғәтле Әлшәй районынан Кумертау ҡалаһына уҡырға килә ул.
Ул замандарҙа Минзәлә менән бергә уҡырға тура килде беҙгә, һөнәрселек училищеһында.
Бик сабыр, уңған, тырыш Минзәлә апабыҙ оҙаҡ ҡына КУМАПП заводында эшләне.
Яҡут егете Шәүкәт Мәсәғүтовты, ошонда осратып таныша улар....
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.
Хат тулы килеш гәзиттә йома көнө баҫыласаҡ.