Хаттар
15 Ноября 2023, 05:32

"Яҡшы кеше ул"

Элек, мин бәләкәй саҡтарҙа, 70 йәшлек ир-ат ҡарт бабай, олатай кеүектәр ине. 

"Яҡшы кеше ул""Яҡшы кеше ул"
"Яҡшы кеше ул"

Ап-аҡ сәсле, баштарына түбәтәй кейеп, өҫтәренә яҡаһыҙ аҡ күлдәк менән көртөй кейеп йөрөйҙәр ине. Ыштандары үҙе бер хикмәт, киң балаҡлы, бау менән бәйләп, бауҙары алда һәлберәп күренеп торор ине. Таяҡҡа таянып, урамда эскәмйәлә ултыра торҡайнылар.
Ә әле 70 йәшлек класташтарыма ҡарайым да хайран ҡалам. Бөтәһе лә мөһабәт кәүҙәле, әзмәүерҙәйҙәр. Күҙҙәрендә осҡон уйнап тора. Һәр береһендә йәшәү дәрте барлығы, тормошто яратыуҙары күренеп тора.
Ошо класташтарыбыҙҙың береһе, ошо көндәрҙә 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул Ермолаево ауылында йәшәүсе, Аллаберҙин Ғайнан Ғайса улы. Ғайнан 1953 йылдың 15 ноябрендә Яҡшымбәт ауылының етеш, егәрле ғаиләләрҙең береһе булып һаналған, Хәлиҙә апай менән Ғайса ағайҙың мөхәббәт емештәре булып, донъяға ауаз һалған. Ошо матур ғаиләлә тәрбиәләнеп, Яҡшымбәт мәктәбен тамамлап, әрме сафтарында хеҙмәт итеп, ауыл хужалығы институтын тамамлап, тыуған районына эшкә ҡайта. Ғаилә ҡороп, Ҡыҙыл-Шар совхозында эшләп йөрөгәндә, уны Ермолаевоға эшкә күсерәләр...

Ҡотлау менән Рәйлә, Камил һәм уларҙың ғаиләләре. 

Хат тулы килеш йома көнө гәзиттә баҫыла.  

Автор:
Читайте нас