2005 йылда улым - Баширов Айҙар Салауат улы менән матур итеп туйҙар үткәреп, ғаилә ҡороп ебәрҙеләр. Йәштәр Күмертау ҡалаһында төпләнеп, гөрләтеп донъя көтөп алып киттеләр.
Балаларыбыҙ тырыш, күҙҙәр теймәһен, оҙаҡ та үтмәй ҡала эргәһендә урынлашҡан 4-се Ивановка ауылынан ҙур, шәхси өй һатып алып, үҙ ишек алдарын булдырҙылыр. Ошо ваҡыт арауығында улым менән киленемдең 6 балаһы донъяға килде! Һөйөп туймаҫлыҡ ике ҡыҙҙары, дүрт улдары бар, Аллаға шөкөр.
Тырыш, эшсән, күркәм ғаиләлә ейән-ейәнсәрҙәрем һөйөү, наҙға төрөнөп, эшкә өйрәнеп үҫәләр. Балаларҙың бәхетле бала сағы өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, ишек алдында уйындар өсөн һәр төрлө уйын ҡорамалдары ҡуйылған. Ишек алды, өйҙөң һәр тәҙрә төбө тирә-яҡҡа йәм биреп, шау сәскәгә күмелеп ултыра....
Ҡәйнәң Минзәлә БАШИРОВА, Күмертау ҡалаһы
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды.