

Һүҙен һүҙ итә белеүенең, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулдарынан гөл ҡойолоуының, донъяһының балҡып тороуының, балаларының, ғаиләһенең бағыулы булыуының, 40 йыллыҡ педагогика эшенә тырнаҡ осондай ғына булһа ла кер төшөрмәй, ҙур абруй ҡаҙаныуының нигеҙ ташы. Мәктәп уҡытыусыһының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй бит ул. Ниндәй генә конкурстар, семинар¬ҙар, конференциялар үткәрелмәй. Ә заман менән бергә атлаған уҡытыусы быларҙың береһенән дә ситләшергә тейеш түгел. Ҡәҙерле апайыбыҙ Рузилә Рафаил ҡыҙы ла тап ана шул заман менән бергә атлаған педагог. Уның һәр үткәрелгән дәресе тәрбиәүи яҡтан көслө, фәһемле, методик йәһәттән дөрөҫ төҙөлөүе менән айырылып тора. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ, йәш быуынды тәрбиәләүҙә, рух төшөнсәһен һалыуҙа, милли үҙаңды үҫтереүҙә, телгә, илгә, тыуған ергә һәм халыҡҡа ҡарата оло ихтирам һәм һөйөү тойғоһон тәрбиәләүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ. Шуға¬лыр ҙа уҡыусылары ла уға сикһеҙ рәхмәтле. Ә бит уҡытыусының эш һөҙөмтәһе яҙын сәсеп, көҙөн урып ала торғандарҙан түгел, уны йылдар билдәләй. Үҙең уҡытып, оло тормош һуҡмаҡтарына аяҡ баҫтырған уҡыусыларыңдың һине онотмай, хөрмәт итеп тороуынан да ҙурыраҡ баһа бармы?! Ысынлап та, ябай һәм кәрәкле хеҙмәте менән балаларына, яҡындарына, коллегаларына терәк һәм кәрәк булып, тирә-яҡҡа нур сәсеп йәшәй ул.
Ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсанлыҡ – апайымдың характерына хас һыҙаттар.
Апайым менән Рамай еҙнәмдең ҙур өйө ҡорт күсен хәтерләтә...
Филүзә ВӘЛИДОВА, Яңы Таймаҫ ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.