

Беҙҙең дарыухана 2022 йылдың сентябрь айынан бирле һыуһыҙ ултырҙы. Был мәсьәлә хаҡында урындағы етәкселәргә әллә күпме мөрәжәғәт иттек, әммә һөҙөмтә булманы. Күптән түгел ауылыбыҙ биләмәһенә яңы башлыҡ итеп Рәшит Раил улы Ғисмәтуллинды һайланыҡ. Бына, исмаһам, ысын етәксе! Ул беҙгә күптән һораған проблеманы хәл итергә ярҙам итте. Беҙҙе һыулы итеүҙе башҡарыуҙа ярҙам иткән Киров хужалығы рәйесе Дамир Байгилдинға, Рәшит Ғисмәтуллинға һәм эшселәр Фәрит Ниғмәтуллинға, Хәмит Бәшировҡа, Юнир Ниғмәтуллинға, Рифҡәт Рахманғоловҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың эштәрендә уңыштар һәм именлек теләйбеҙ.
Шулай уҡ күршеләребеҙ Әмир менән Ләләгә лә рәхмәттәребеҙ ҙур.
Гөлшат КАРАНАЕВА, 266-сы дарыухана мөдире, Яңы Мораптал ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.