Хаттар
10 Декабрь 2023, 07:11

Уңай ҡарайым

Мораптал ауыл биләмәһенә улым Рәшит Ғисмәтуллинды башлыҡ итеп һайлауҙарына уңай ҡарайым.

Уңай ҡарайымУңай ҡарайым
Уңай ҡарайым

Халыҡ үҙе ҡуйғас, мин улыма ышанам, сөнки ул (әсәйҙәргә бөтә балалары ла һәйбәт) тырыш, ҡайҙа эшләһә лә эшен еренә еткереп эшләне, йор һүҙле, алсаҡ, күңеле, саф, йөрәге изге. Ул бит Атаһы балаһы. “Әсәһенән күргән тун теккән, атаһынан күргән уҡ юнған” тигәндәй, атаһы ла бит, Рәүил Ғисмәтуллин, тәүҙә Киров колхозында агроном, һуңынан баш агроном булып, унан һуң партия ҡушыуы буйынса районда иң артта ҡалған “Путь к ком-у”, “Дружба” колхоздарында рәйес булып эшләне... 

Фирҙәүес ҒИСМӘТУЛЛИНА, Яңы Мораптал ауылы

Фирҙәүес апайҙың хаты тулыһынса гәзиттә донъя күрҙе. 

Автор:
Читайте нас