

Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ауылыбыҙҙың ғорурлығы булып күпме спортсыларыбыҙ, юғары белемле белгестәребеҙе үҫеп сыҡты. Ошоға бәйле ябай, бер нимәһе менән дә айырылып тормаған бер ғаилә тураһында яҙып үтмәксе булам. Был Ирек Ғәфүр улы менән Ғишҡия Ғәләмшә ҡыҙы Килдебаевтар тәрбиәләгән балалар хаҡында.
Беренсе бала Ләлә, ике юғары белемле, ғүмере буйы Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Икенсе бала Ринат, инженер, ике юғары белемле, оҙайлы йылдар нефтепромыслала эшләгәндән һуң, ике тиҫтә йыл районда төҙөлөш, архитектура бүлеге начальнигы булып эшләне. Әле булһа ул республикала төҙөлөш бүлексәһендә эшләп йөрөй. Өсөнсө улдары Илһам тиҫтәләгән йыл мәктәптә балалар тәрбиәләне, директор вазифаһын башҡарҙы, һуңынан юриди кбелем алып күп йылдар тәфтишсе булып эшләне. Хәҙерге көндә Киров хужалығының Аҡһары бүлексәһен етәкләй.
Гөлсөм СӘЛИХОВА, Аҡһары ауылы
Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды.