Хаттар
8 Ғинуар 2024, 10:24

Уҡытыусыма

Яйлап ҡына мин дә гармунсы булып киттем. 

УҡытыусымаУҡытыусыма
Уҡытыусыма

8-се класта уҡығанда, бейеү көйҙәре лә, йыр көйҙәре лә уйнай инем. Хәрби хеҙмәтенән ҡайтҡан егеттәр, үҙҙәренә эйәртеп, гармунды ҡултыҡ аҫтарына ҡыҫтырып мине етәкләп тигәндәй, клубҡа гармунда уйнатырға бер ҡыш йөрөттөләр. Ә Айрат ағай Өфө интернат-мәктәбендә 9-сы класта уҡып йөрөй, каникулда ауылға ҡайта, гармунда ла, баянда ла уйнай. Күберәк баянда уйнарға тырыша ине. Уның баянда моңло итеп уйнағанына хайран ҡалып, уйнаған көйҙәрен күңелемә һеңдерә барҙым. Баянда уйнап туҡтай ҙа, ҡурайын алып уйнай башлай, беҙ иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ, ҡустыһы Өлфәт менән. Ул заманда ауылда ҡурай уйнаусы юҡ, ҡурай тауышын туйғансы тыңлаған да юҡ. Шулай Айрат ағайыбыҙ ҡурайында уйнай-уйнай, беҙҙә ҡурайға ҡарата һөйөү уятты. Ул уйнай, уға эйәреп беҙ ҙә ҡурайҙа һыҙғырта башланыҡ. Ағайыбыҙ уйнап ҡына ҡалмай, ҡурайҙы нисек яһарға өйрәтә, тәбиғәттә ҡайһы ерҙәрҙә ҡурай үләне үҫкәнен һөйләй, ҡасан, нисек ҡырҡып алып ҡайтырға, нисә тотомло ҡурайҙар була, тишектәрен ҡайһылай үлсәп тишергә, тишектәрҙең формалары һәм ҙурлыҡтарына тиклем аңлата, эшләп күрһәтә. Шулай итеп, мин дә ике көй уйнарға өйрәндем.
Бер хәлде әйтеп үтәйем. 1990 йылда Бөрйән районында ағас әҙерләргә барҙыҡ. "Делянка" бүлеп, тамғалар һалып, ашарға ултырҙыҡ, урмансы ла беҙҙең менән ултырҙы. Ултырған табындың эргәһендә генә үҫеп ултырған ҡурайҙы күреп ҡалдым. Эш бөткәс күңел күтәренке, шул ҡурайҙы киҫеп алып, тишектәрен тишеп "Түңәрәк күл" көйөн уйнаным, урмансы аптырап китте, һорар булды: "Һеҙҙең ялан яғында - Күмертауҙа ҡурай уйнайҙармы ни?"- ти...

Ғәзинур ҮТӘГӘНОВ, Яңы Таймаҫ ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә үткән һанда баҫылды. 

Автор:
Читайте нас