Ниңә улай эшләмәнеләр икән, тигән уйҙар күңелде борсой. Шулай уҡ мине лә борсоған мәсьәләнең береһе – РАЙПО магазиндары. Нишләп юҡ булды икән? Элек һәр бер ауылда магазиндар өҙлөкһөҙ эшләп торҙо. Кәрәк әйберҙәр: аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, көнкүреш тауарҙары барыһы ла булды. Ауыл халҡын тулыһынса ҡәнәғәтләндереп торҙолар. Уның гөрләп эшләп торған магазиндары хәҙерге көндә насар хәлдә бикле тора. РАЙПО эшләгәндә халыҡҡа үтә лә уңайлы булды, улар үҙҙәренең артыҡ аҙыҡ-түлектәрен (мәҫәлән бәрәңге) шунда тапшырып, үҙҙәренә файҙа килтерә торғайнылар. Хәҙер ул да юҡ. Бер нисә йыл элек ауылдарға йөрөтөргә тип автолавка алғайнылар... ул да юҡ. Нишләп һуң башҡа райондарҙа бөгөнгө көндә лә РАЙПО-ның эштәре уңышлы эшләп килә? Мәҫәлән: Ауырғазы районында бик ҙур балыҡ цехы асылды...
Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Кинйәабыҙ ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.