Все новости
Хаттар
20 Января , 11:31

Бар ине заманалар тип әйтергә генә ҡалды микән?

Марат ИСХАҠОВ, Яңы Юл ауылы. 

Бар ине заманалар тип әйтергә генә ҡалды микән?
Бар ине заманалар тип әйтергә генә ҡалды микән?

Үткәндәргә ҡарап
Үтә йылдар, артта ҡалдырып
Беҙҙең йәшлек йылдарын,
Артҡа ҡарап, ҡалам уйға
Барлап үткән юлдарын.
Яңы ғыны бала саҡта
Уйнап туймай ялан аяҡ,
Ауыл урамдарын буйлап
Саба инек тотоп таяҡ.
Әле генә уҡып мәктәптә
Көтә инек йәйге ялдарҙы,
Күпме йылдар үтһәләр ҙә
Һағындыра шул мәлдәрҙе.
Тормош юлына сығып
Бурыс үтәлгән Ватанға,
Ғаилә ҡороп, өй һалынған
Йәшлек дәрте булғанға.
Үҫеп етеп балалар,
Үҙҙәре инде булған әсәй,
Ейәнсәрҙәр үҫеп килә
Әйтеп беҙгә олатай-өләсәй.
Тормош йәме балаларҙа
Булғанын күптән аңланым,
Һәр саҡ уларға теләйем
Хоҙай бәләләрҙән һаҡлаһын.
Үткән йылдарға риза булып,
Көткән тием беҙҙе анда
Бәхетле- тыныс ҡартлыҡ...
Әтей-әнәйгә
Юҡһынам һине әнәй,
Юҡһынам һине атай.
Үтеп китеп күпме йылдар
Булһам да инде олатай.
Бала саҡты һағынам
Туған йортҡа күҙ ташлап,
Шул йортта, тәпәй баҫтыҡ
Бишебеҙ ҙә тәү башлап.
Биш балаға ғүмер биреп
Үҫтерҙегеҙ йәлләмәй көс,
Беҙҙең әнәй – әтей булыу
Ғүмерлеккә бирҙе беҙгә көс.
Атай булдың сабыр,
Һәр саҡ һиңә һоҡландым.
Һин белмәгән булмағандыр эш,
Булғанына шундай, ҡыуандым.
Дәртең, көсөң, торҙо ташып,
Арыу-талыу белмәй эшләнең.
Өйрәттең беҙҙе һөнәрҙәргә,
Эшләнең яҡшылыҡ кешеләргә.
Яныңда булды әнәй
Ундайҙар була һирәк.
Һәр ергә булды өлгөр,
Уңған, аҡыллы, зирәк.
Йәшәнең әнәй йәшнәп,
Ынтылып гел яңылыҡҡа.
Туғандарҙы йыйып, ярҙам итеп,
Әйҙәп һәр саҡ яҡтылыҡҡа.
Баҡсаларың торҙо гөрләп,
Унда үҫте һәммәһе.
Һыйларға яраттың беҙҙе
Әҙерләп һәр саҡ иң тәмлеһен.
Ике улым, өс ҡыҙым тип
Һәр саҡ һеҙҙең янды йөрәк.
Йүгерҙегеҙ донъя көтөп,
Беҙ алдыҡ һеҙҙән үрнәк.
Рәхмәт һеҙгә, әтей – әнәй
Булғанығыҙ өсөн шундай.
Ғорурланам һеҙҙең менән
Һәр саҡ юҡһынам һеҙҙе шулай.
Һыу
Һыу – оло бер мөғжизә
Биргән тәбиғәт беҙгә,
Аңлата алмаҫлыҡ тылсым
Күктән ебәрелгән ергә.
Ҡарап торһаң, үтә ябай
Ә күпме көс үҙенә һалынған.
Тау таштарҙы йырып үтеп,
Күпме юл үҙенә ярылған.
Алып усыма, ҡуям һоҡланып
Булғаныңа, әйтеп рәхмәт.
Иң тәмлеһе һиндер ерҙә
Йотһаң сәсрәп шундай рәхәт.
Ҡәҙереңде белһәк ине
Йәшәү сығанағы, беҙҙең.
Һин етмәгән ерҙәрҙә сиратҡа
Барлыҡ йән эйәһен теҙҙең.
Алтын торһа ла ҡиммәт
Алтынһыҙ була йәшәп.
Һыу – байлығыбыҙ ерҙә,
Һыуһыҙ булмай бит йәшәп.
Үҙгәреш
Буталды донъя, ышанмаҫлыҡ,
Уйлаһаң, етмәҫ аҡыл.
Украина Рәсәй менән
Һуғыш башланыуы ҡапыл.
Бер дәүләттә, берҙәм йәшәп
Көттөк яңы үҙгәреш.
Белмәй үҙгәреш килтереп
Аяуһыҙ, ҡанлы түңкәреш.
Онотолдо дөйөм тарих,
Онотолдо данлы йылдар.
Уртаҡ дошманды еңеп
Ҡуйылған, емерелде һәйкәлдәр.
Украина ҡалдырҙы хәтирәләр
Ике тапҡыр ҡылып сәйәхәт,
Илебеҙҙең булып бер өлөшө,
Килмәҫ элек яңы сәйәсәт.
Киевта мөһабат Ил-Әсә ҡулдары
Күтәрә ине СССР гербын.
Алышып киммәт, килеп ситтәр,
Элделәр өс тешле һәнәк һынын.
Печора лавраһы асыҡ ине
Килһә лә ҡунаҡҡа кемдәр,
Халҡына ла ябылды ишек
Сит илдәрҙән иҫеп елдәр.
Өсөнсөгә саҡырҙы диңгеҙ
Уртаҡ булған илде һаҡларға,
Николаевта учебкалар үтеп
Һөнәрҙәр алдыҡ хәрби караптарға.
Туғандаш халыҡтар булып
Йәшәнек данлап илде,
Альбомда һүрәттәр дәлилләп
Хәтерләтә һәр шул мәлде.
Бар ине заманалар тиеп
Әйтергә генә ҡалды микән,
Ҡалһа ҡалһын, һуғыш туҡтап
Тыныслыҡ тиҙерәк килһә икән...

Автор:
Читайте нас: