Все новости
Хаттар
24 Января , 14:24

Мәңгеләштереләсәк

Республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың беҙҙең аранан китеүенә 1 йыл да булып китте. 

Мәңгеләштереләсәк
Мәңгеләштереләсәк

15 йылдан артыҡ республика Башлығы булып эшләү дәүерендә министрҙар советы рәйесе Аҡназаров менән берлектә бик ҙур эштәр башҡарҙылар. Миҫал өсөн, бәләкәй генә Кинйәабыҙ ауылын алайыҡ. Өс батыр тыуған ауылға М.Рәхимов өс тапҡыр килде. Беренсе тапҡыр ул Кинйә Арыҫланов музейын һалдырыу теләге менән килде һәм музей нигеҙенә тәүге ташты ул үҙе һалып китте. Икенсе тапҡыр зәңгәр яғыулыҡ керетеү планы менән килде һәм шул уҡ йылда газлы итте лә беҙҙе. Өсөнсө килеүендә тантаналы рәүештә музейыбыҙҙы асты һәм зәңгәр яғыулыҡты тоҡандырып китте. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙа ниндәй генә эштәр башҡарылманы. Ул эшләгән ваҡытта ауылыбыҙҙа 20-нән артыҡ яңы өйҙәр һалынды. Малсылыҡҡа яңы биналар, ремонт оҫтаханаһы, һөт цехы, мәктәп, музей, шулай уҡ насар хәлдәге юлдарҙы ремонтланылар. Ауылыбыҙға керә торған яҡҡа асфальт та түшәнеләр. Нисек кенә уйлаһаҡ та, республикабыҙ буйынса күпме эштәр эшләнгәнен һәр кем аңларға тейеш.

Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Кинйәабыҙ ауылы

Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: