Все новости
Хаттар
3 Февраля , 11:21

Ялсыҡайҙар, туҡтағыҙ!

Һатмағыҙ, ауылдаштар. 

Ялсыҡайҙар, туҡтағыҙ!
Ялсыҡайҙар, туҡтағыҙ!

Ялсыҡай ауылы матур тәбиғәтле урында урынлашҡан. Бында егәрле, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Халҡыбыҙҙа исемдәре яҡшы билдәләнгән әллә күпме шәхестәр сыҡҡан. Тик һуңғы йылдарҙа тормошобоҙҙо йәмһеҙләгән күңелһеҙ күренештәр күңелде ҡыра. Ул да булһа, әлеге лә баяғы эскелек. Ныҡ тамыр йәйә был күренеш. Тере аҡсаға иҫтәре киткән бәндәләр көнө-төнө һатыу итәләр. Береһен тотоп, арыу ғына штраф һалһалар, бәлки, туҡтарҙар ине. Ә ҡайһы бер ғаиләләрҙең эскелек юлына баҫыуы ныҡ ҡыҙғаныс. Бигерәк тә, эске арҡаһында, донъя көтә торған ир-аттарыбыҙ яҡты донъянан китеп барыуҙары аяныс. Һатыуҙы туҡтатайыҡ, ир-егеттәрҙе ағыуламайыҡ, ғаиләләрҙе ҡан илатмайыҡ! Һатмайыҡ шул йәшел йыланды, ауылыбыҙ данын да сығармайыҡ әле, зинһар. Ҡалала наркология бүлегендә кемдәр ята тиһәң, ялсыҡайҙар ята...

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: