Все новости
Хаттар
18 Февраля , 13:29

Аҡсаны ла улай көтмәйем

Хәйерле көн, минең ҡәләмдәш дуҫтарым. 

Аҡсаны ла улай көтмәйем
Аҡсаны ла улай көтмәйем

. Уйланып ултыра торғас һеҙгә хат яҙырға булдым. Быйылғы ҡыш ҡарға мул булды, шуға ҡарамаҫтан юлдар таҙартыла, барыһына ла шөкөр, тип ҡыуанып ҡына ултырыр инем дә бит, тик бына бер зарым бар.
Бер аҙна гәзит ваҡытында килә, инде ҡыуанып ҡына ултырһаҡ, икенсе аҙнаһына килмәй ҙә ҡуя. Бына был аҙнаның һаны ла шулай аҙашып, килеп етмәй ҡалды. Яҡшымбәткә шылтыратып һораштым, уларға килгән, беҙгә ниңәлер килеп етмәне. Юл юҡ тиерҙәр ине, юлдар ҙа тап-таҡыр, машиналар гөрләп йөрөй.
Мин дөрөҫөн генә әйткәндә, аҡсаны ла улай көтмәйем, пенсия көнөн белгән дә юҡ, ә бына гәзит килеүен аҙна һайын зарығып көтәм. Беҙ бит оло кешеләр, интернетта ултыра белмәйбеҙ, бөтә яңылыҡтарҙы шул яратҡан гәзитебеҙ аша ғына белеп торабыҙ. Шуға күрә, ас ултырһам ултырам, гәзит уҡымай ултыра алмайым, ана шуны аңлаһындар ине, кәрәк ерҙә минең ошо хатымды уҡып, берәй сараһын күрһәләр шәп булыр ине. Яҡуп ауылында “Юшатыр”ҙы 27 кеше алдыра...

Хат һәм уға яуап гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: