Все новости
Хаттар
1 Апреля , 16:08

Беҙҙе ғүмер буйы оҙатып килә

Ваҡыт үткән һайын мәктәп йылдары нығыраҡ иҫкә төшә, һағындыра. 

Беҙҙе ғүмер буйы оҙатып килә
Беҙҙе ғүмер буйы оҙатып килә

Үҙемдең йәшемә, тормош тәжрибәмә, мәғариф өлкәһендәге ярты быуат стажыма ҡарап, республикабыҙҙың көньяҡ төбәктәренән килгән уҡыусылар уҡыған һәм тәрбиәләнгән ҡаланың 1-се һанлы мәктәп-интернатының сығарылыш уҡыусыһы булараҡ, бында төплө белемле уҡытыусылар эшләгәне хаҡында ныҡлы әйтә алам. Мөнирә менән Рауил Исмәғиловтар, Рәхилә менән Йәғфәр Бикмаевтар, Фатима менән Вәли Баймуратовтар, Клара менән Раил Ибраһимовтар, Минһылыу менән Ришат Мәғәзовтар, Миниса менән Нәзим Муллагилдиндар, Нәғимә менән Исмәғил Аҡъюловтар һәм башҡалар оло хәрмәткә лайыҡлы, тәжрибәле уҡытыусылар булды. Уҡыу һуҡмағындағы ошо яҡты шәхестәр араһында бигерәк тә Фатима Баймуратова айырылып торҙо. Ул 1966 йылда БДУ-ның химия факультеты сығарылыш студенты. Фатима Ғәли ҡыҙы – компетентлы, аралашыусан, позитив, аҡыллы, юғары әхлаҡи мәҙәниәтле, үҙенә һәм уҡыусыларына талапсан шәхес. Ул үҙенең идеялары, яңы ҡаҙаныштары, эшмәкәрлегендәге ҙур тәжрибәһе менән коллективта ла, уҡыусылар алдында ла оло хөрмәт менән ҡаҙанды, ҙур авторитет булды. Уның яҡты йөҙө, ихлас йылмайыуы, тыныс тауышы, йылы ҡарашы, үҙен ышаныслы тотоуы, дәрес аңлатҡанда уҡытыусыларҙы ниндәйҙер тылсым иленә алып кереүе һаман күҙ алдында.
Химия – ауыр фән...

Рафиҡ ӘМИНОВ, Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институты уҡытыусыһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: