Все новости
Хаттар
1 Мая , 09:09

Күҙҙәр ҡыуана

Мин Күмертауҙың Көнсығыш биҫтәһендә йәшәйем.

Күҙҙәр ҡыуана
Күҙҙәр ҡыуана

 Ошо көндәрҙә, ҡалабыҙҙың үҙәк урамдары буйлап, йәйәүләп йөрөп сыҡтым. Ундағы бысраҡлыҡҡа аптырап ҡайттым, йорттар араһындағы сүп-сарҙар ятыуына иҫем китте... Үҙебеҙҙең Көнсығыш биҫтәһендәге таҙалыҡ күҙгә салынып тора. Аллаға шөкөр, ошо таҙалыҡты күреп күңел йыуана, хатта күҙҙәр шатлана. Көн дә таң менән, урам йыйыштырыусылар, бар ерҙе лә таҙалап сығалар. Баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәре өсөн Көнсығыш биҫтәһендәге ремонт-эксплуатация идаралығының урам йыйыштырыусыларына ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Еңел булмаған эштәрендә түҙемлек, уңыштар теләйем. Эргә-тирәбеҙ таҙалығы үҙебеҙ өсөн, ҡыйламайыҡ, бар нимәгә лә һаҡсыл ҡараш булдырайыҡ.
Рәйзәнә ҒӘЙНЕТДИНОВА, Күмертау ҡалаһы

Автор:
Читайте нас: