Все новости
Хаттар
10 Мая , 10:26

Рәхмәтлемен!

Яугирҙарыбыҙға ярҙам йөҙөнән башҡарылған изге эштәрегеҙ уң булһын.

Рәхмәтлемен!
Рәхмәтлемен!

Таймаҫ ауылының бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары көҙҙән алып ауыл мәҙәниәт йортонда йыйылышып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға маскировка селтәрҙәре үрә. Ошо көндәрҙә улар 18-се селтәрҙе тамалағандар.
Ошо йәһәттән бөгөн селтәр үреүсе ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып, һалдаттарыбыҙҙың иҫән-һау булыуҙарына, ошо селтәрҙәрҙе уларҙы һаҡлауына, еңеп ҡайтыуға булышлыҡ итеүҙәренә ниәтләп, ауыл мәҙәниәт йортонда ҡорьән ашына йыйылдылар. Илдар хәҙрәт матур итеп изге теләктәргә доға ҡылды. Был селтәрҙәр Таймаҫ ауылы биләмәһенән хәрби махсус операцияға юлланған егеттәргә еткереләсәк.

Һалдат әсәһе булараҡ, ошо ихлас башҡарылған эштәр өсөн ауыл халҡына, селтәр үреүҙе ойошторған гимназия уҡытыусыһы Раил Араптановҡа, Таймаҫ мәҙәниәт йорото мөдире Альбина Килмәтоваға сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Һуғыш бөтһөн, илдәребеҙ тыныс булһын, улдарыбыҙ иҫән-һау Еңеү менән ҡайтһындар!

Минзәлә Абдуллина, Яңы Таймаҫ ауылы

Был темаға редакция тағы ла бер хат алды. Ул хат та гәзиттә баҫылды.  

Автор:
Читайте нас: