Все новости
Хаттар
13 Мая , 09:13

Ғорурланабыҙ

Беҙҙең ауылдашыбыҙ, туғаныбыҙ Рәис Хөснөтдиновтың күптән түгел 85 йәшлек юбилейы үтеп китте.

Ғорурланабыҙ
Ғорурланабыҙ

Рәис Абдрахман улы Республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат ҡалаһының Почетлы гражданины. Ул 1939 йылда Абдул ауылында донъяға килә. Абдрахман Шәрәфи улы менән Рәхимә Әбҡәдир ҡыҙы ғаиләһендә 3-сө бала була. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Тыуған ауылында 7 класты тамамлағас, Яҡшымбәт ауылына йәйәү йөрөп, уҡыуын дауам итә.
Беҙҙең әтейебеҙ Абдрахман Шәрәфи улы эшкә тырыш булды. Һуғышҡа тиклем дә, һуғыштан һуң да ауылда механизатор, комбайнсы булып эшләне. Балаларын да эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Шуға ла беҙҙең Рәис ағай ҙа уҡыуға ла, эшкә лә тырыш булып үҫте. 1957 йылда Күмертауҙа тимер юл техникумына уҡырға керә. Уны тамамлағас Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинаттың төҙөү идаралығында эш башлай. Шул уҡ ваҡытта индустриаль техникумдың киске бүлегендә уҡыуын дауам итә. Ҡулына диплом алған белгес, Салауат ҡалаһындағы УМР ойошмаһында мастер булып эшләй. Алдағы йылдарҙа, шунда участка начальнигы булып, Өфө-Ырымбур юлын төҙөүҙә ҡатнашты (1972 йыл). 1975 йылда Ира ауылынан Мораҡҡа юл төҙөнөләр. Ошо төҙөлөш ваҡытында ул үҙен төплө белемле белгес, яуаплы хужа итеп күрһәтә һәм уның карьераһы ла үҫеп китә. Салауат ҡалаһындағы нефть университетының төҙөлөш факультетын тамамлағандан һуң, УМР- 5 ойошмаһында начальник булып эшләй. Был ойошма республикала алдынғылар рәтендә була. Рәис эшләй башлағанда унда 40-лап ҡына техника була, цехтар ҙа, йылы гараждар ҙа булмай. Тырыш етәксе яңы өс цех төҙөтә, йылылыҡ та үткәртә. Бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ һорауҙарын да ыңғай хәл итеүгә ирешә.
1988 йылдың декарендә Әрмән республикаһында ҡот осҡос ер тетрәүе була...

Рәүил ХӨСНӨТДИНОВ, Абдул ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: