Все новости
Хаттар
14 Мая , 07:03

Уҡытыусы исеме йәшәй

Аллабирҙе дөйөм урта белем биреү мәктәбендә 2014 йылдан алып физкультура уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәфүр Кузбаев иҫтәлегенә бағышланған спартакиада уҙғарыла.

Уҡытыусы исеме йәшәй
Уҡытыусы исеме йәшәй

Ветерандың оло кейәүе Мөхтәр Сәғитов бүләктәр, кубок менән мәктәпкә килеп, әйҙәгеҙ ҡайныма арнап ярыш үткәрәйек, тиеп башланған сара бөгөн дә дауам итә. Ике күсмә кубок – береһе ҡыҙҙар, икенснһе малайҙар өсөн -уҡыусыларҙы сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән дуҫлашырға әйҙәй. Мәктәптең спорт залында йүгереү, урындан һикереү,эйелеү, ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, турникта күтәрелеү - спорттың биш төрөнән алыш бара. Йомғаҡ яһағанда һәр баланың йәше, спорт нормативының йәш категорияһы иҫәпкә алына.Спартакиадала 1-се кластан башлап 11-се класҡа тиклем барлыҡ уҡыусы ҡатнаша. Уҡытыусылар физкультура уҡытыусыһы менән бергә спартакиада төрҙәрендә судьялар. Традиция буйынса Бөйөк Еңеү көнөндә ярышҡа йомғаҡ яһала. Быйылғы ярышҡа Алыҫ Сургутта йәшәгән ветерандың кесе ҡыҙы Эльвира Ғәфүр ҡыҙы аҡсалата ярҙам итте. Башҡа йылдарҙа ла ветерандың ҡыҙҙары Роза Сәғитова һәм Эльвира Туҡаева ҡотлауҙарҙа ҡатнашырға тырыштылар.Малайҙар араһында еңеүсе булып 8-се кластан Раян Абукаев танылды, ҡыҙҙар араһында 4 -се класс уҡыусыһы Роксана Хисамова сыҡты. Уларға күсмә кубок һәм миҙал тапшырылды. Икенсе урынды малайҙарҙан 9-сы класс уҡыусыһы Аслан Әхмәтйәнов, ҡыҙҙарҙан – 2-се кластан Зарема Гөбәйҙулина алып миҙал менән бүләкләнделәр. Бронза миҙал өсөнсө урын яулаусы 3-се класс уҡыусыһы Рөстәм Абукаев менән 8-се класс уҡыусыһы Фидәлиә Хисамова тапшырылды. Еңеүселәр һәм призерҙарҙың барыһына ла футболка тапшырылды.

Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы.

Автор:
Читайте нас: