Все новости
Хаттар
30 Мая , 15:08

Һеҙ бәхетле, бик бәхетле..

Быйылғы йыл илебеҙҙә “Ғаилә йылы” тип иғлан ителде.

Һеҙ бәхетле, бик бәхетле..
Һеҙ бәхетле, бик бәхетле..

“Ныҡлы ғаилә – ил терәге”. Ошо уңайҙан Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейында бик матур сара уҙҙы. Мораптал ауыл биләмәһе Мораптал ауылында ғүмер итеүселәр, хеҙмәт ветерандары Наил, Хәлиҙә Исхаҡовтар, Ринат, Рисәләт Ғәлиевтарҙы “Алтын туйҙары” менән тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Был ике ғаилә тыуған ауылда йәшәп Киров ауыл хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ғаилә башлыҡтары булһа, тормош иптәштәре Хәлиҙә апа Ырымбур өлкәһе Әсәкәй ауылынан, Рисәләт апа үҙебеҙҙең район Зәк-Ишмәт ауылынан уңған да булған да еңгәләр. Наил Йәмил улы агроном һөнәрен үҙләштереп оҙаҡ йылдар ялансылыҡта эшләп, һуңынан профсоюз ойошмаһы рәйесе булып, аҙаҡ оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләне. Хәлиҙә Хәбибулла ҡыҙы менән Альбина һәм Венера исемле ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, хәҙерге көндә биш ейән-ейәнсәргә яратҡан ҡартәней һәм ҡартәтей улар. Ҡыҙҙары юғары белем алдылар. Мәскәү һәм Өфө ҡалаларында ғүмер итәләр...

Нәсимә ШӘМСЕТДИНОВА, Ветерандар Советы рәйесе

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: