Все новости
Хаттар
4 Июня , 11:51

Йыйылған рәхмәттәр

Һүҙҙәребеҙҙе "Юшатыр" гәзите аша еткерергә булдыҡ.

Йыйылған рәхмәттәр
Йыйылған рәхмәттәр

Быйыл Яңы Аллабирҙе ауылынан Көйөргәҙе районы Мораптал ауыл биләмәһенә сыҡҡан ерҙә, Юшатыр йылғаһы аша, ауылдаштарҙан йыйылған аҡсаға күпер һалынды.
Был эште атҡарып сығыу Әбделмәнов Наурат Әхмәҙи улына йөкмәтелде, ул ауылдаштарҙан аҡса йыйҙы, ошо хыялыбыҙ тормошҡа ашһын, тип бик күп тырышлыҡтар һалды, уға оло рәхмәт. Аҡса йыйыуҙа әүҙем булған ауылдаштарға ла рәхмәттәребеҙ сикһеҙ, тиҙ арала кәрәк сумманы йыя алдыҡ. Шулай уҡ, ауылдаштар исеменән ҙур-ҙур рәхмәттәребеҙҙе Минзәлә Рифҡәт ҡыҙына һәм дә Әлфиә Ашраф ҡыҙына, улар халыҡтан аҡса йыйҙылар, был шулай уҡ еңел булмаған эш.
Күперебеҙ күсмә формала, уны Мораптал ауылында эшләнеләр. әҙер күперҙе тейешле урынына алып килеп ҡуйыу өсөн "Киров" ауыл хужалығы етәксеһе Дамир Таһир улы Байгилдингә мөрәжәғәт иттек, ул бер һүҙһеҙ Ырымбур өлкәһенән кран һорап, күперебеҙҙе Юшатыр йылғаһына алып барып ҡуйырға ярҙам итте. Беҙ һеҙгә барлыҡ ауылдаштар исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙгә иҫәнлек, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге һәм оҙон ғүмерҙәр теләп ҡалабыҙ!
Уҙған йылда ауылдаштар менән бергәләшеп аҡса йыйып, зыяратыбыҙҙы ураттыҡ, инде нисә йылдар буйы йыйылған сүп-сарҙы йыйыштырып, түктек. Ошо эшебеҙҙә ул ваҡытта Мораптал ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булған Асҡар Исәт улы Кинжәлиев бик ҙур ярҙам күрһәтте. Халыҡты йыйып, ҙур итеп өмәләр ойоштороп, рәхмәт хаттары менән ҡеүәтләп, яланда табындар ҡорҙо ул. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт Асҡар Исәт улы, бәхетле, бәрәкәтле, оҙон ғүмерҙәр теләйбеҙ!
Яңы Аллабирҙе ауылы халҡы исеменән Минегөл БӘШИРОВА

Автор:
Читайте нас: