Все новости
Хаттар
9 Июня , 09:43

Ауылыбыҙҙың арҙаҡлы ир-егеттәренә рәхмәт

Һаумыһығыҙ! Беҙҙең Аллабирҙе ауылы халҡын зыяраттың емерек хәлгә килеүе ныҡ борсой ине. 

Ауылыбыҙҙың арҙаҡлы ир-егеттәренә рәхмәт
Ауылыбыҙҙың арҙаҡлы ир-егеттәренә рәхмәт

Ниһайәт, ауылдың ир-егеттәре, ауыл халҡы йыйған аҡсаға материал алып, өмә ойошторҙо. Наил Насип улы Хайров, Зөлфәт Зәбих улы Һөйөндөковтар кәрәк материалы юлланылар.
Әлбиттә зыяратты тулыһынса ҡамау өсөн тағы ла материал алырға аҡса кәрәк, аллабирҙеләр ярты юлда туҡтап ҡала торған түгел, зыярат тулыһынса рәткә килтерелеүенә шик юҡ. Беҙҙең Аллабирҙе боронғо ауыл, 1680 йылдарҙа ауылға нигеҙ һалына.
Өмә барышын мәктәп уҡытыусыһы Закир Әлим улы Әлибаев төшөрҙө, өмәселәр менән әңгәмәләште.
Афарин, Закир!
Ауылыбыҙҙың арзаҡлы ир-егеттәренә рәхмәт, эш дәррәү бара, һәр кем үҙ участогында, ниндәй оҫта иретеп йәбештереүсе егеттәребеҙ бар. Күмәкләгән яу ҡайтарған, оло изге эш башҡарғандарға сәләмәтлек, иҫәнлек, һаулыҡ насип булһын.
Ауылыбыҙҙың старостаһы ла шәп, иртәгә ҡатын- ҡыҙҙарҙы зыярат ҡамауын буярға өмәгә саҡырҙы.
Ауылдан ситтә йәшәгәндәр ҙә өмәгә ҡайтыуҙарына ҡыуандым. Һөнәрле, ни тотһа ҡулдарынан килгән уңған ир-аттар йәшәй Аллабирҙелә.
Зыяратты ҡамау өсөн аҡсаны халыҡ үҙе йыйҙы. Ауыл магазинында эшләүсе Зөлфиә Аллабирҙинаға таршырылды аҡсалар.

Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы 
Автор:
Читайте нас: