Все новости
Хаттар
10 Июня , 15:20

Ниғмәтуллиндарға рәхмәт

Ғаилә башлығы Айнур Ниғмәтуллин һәм уның хәләл ефете Илнара, икеһе лә Яңы Мораптал ауылынан. 

Ниғмәтуллиндарға рәхмәт
Ниғмәтуллиндарға рәхмәт

Улар төрлө ерҙә эшләп ҡарайҙар, ғаилә башлығы вахта ысулы менән, тормош иптәше һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. Бер көн улар ныҡлап ауыл хужалығына тотоналар, тәүҙә бер нисә баш мал аҫрап ҡарайҙар, һуңынан был эштең тәмен белеп алғас, беҙҙең ауылға күсеп, йорт алып, иҫке ферманы ярайһы хәлгә килтереп күпләп эре баш мал тота башланылар.
Беҙ инде ауылыбыҙға ошондай булдыҡлы йәштәр күсеп килеүенә бик шатбыҙ, уларҙың тырышлығына, эшһөйәрлегенә һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Быларҙан тыш, Ниғмәтуллиндар ғаиләһе йыш ҡына ауылыбыҙға ярҙам итеп торалар.
Ерҙәр ҡарҙан әрселде, баҫыуҙарҙа ғына түгел баҡсаларҙа ла сәсеү эштәре гөрләү мәле етте, бигерәк тә картуфты ваҡытында ултыртып ҡалыу мөһим. Йәш фермерыбыҙ Айнур Ниғмәтуллин ауылыбыҙҙа йәшәүсе яңғыҙ әбей-бабайҙарҙың, улдары махсус хәрби операцияла булған ғаиләләрҙең картуф баҡсаларын бушҡа һөрөп сыҡты, ул хатта яғыулыҡ өсөн дә аҡса алыуҙан баш тратты. Бөгөнгө көндә 8 ғаилә уға оло рәхмәттәрен уҡый, ошо көндәрҙә ярҙам йөҙөнән, йәнә 4 ғаиләнең баҡсаһын һөрөп бирергә ниәтләй ул...

Рәшит ВӘЛИТОВ, Молокан ауылы старостаһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: