Все новости
Хаттар
16 Июня , 10:05

Батырға ла ял кәрәк

Хөрмәтле "Юшатыр" гәзите хеҙмәткәрҙәре! 

Батырға ла ял кәрәк
Батырға ла ял кәрәк

Яратып уҡыған гәзитебеҙ аша, хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тип шулай уҡ яҡынлашып килгән медицина хеҙмәткәре көнө уңайынан оҙаҡ йылдар, үҙенең һайлап алған һөнәренә-белеменә тоғро ҡалып, 42 йыл буйы Яҡшымбәт ауылы врач амбулаторияһында, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәтен башҡарыусы Әхмәтова Багыт-Света Алдонғар ҡыҙы (уны ауылдаштар яратып Света, тип өндәшәләр, беләләр) тураһында яҙмам.
Һуңғы ай-көндәрҙә мине лә "Һаулыҡ-ҙур байлыҡ! ", "Ауырыу хәлен һау белмәй", тигән кеүегерәк халыҡ әйтемдәре төшөнсәһе инандырҙы... Амбулатория тупһаһын тапап, аҡ халатлы шәфҡәт туташтары менән көн дә осрашып, уларҙың йылы һүҙҙәре, кәңәштәре, шифалы ҡулдарынан дауалау алған ваҡытта Светабыҙҙың ошо араларҙа, 42 йыл медицина хеҙмәте стажы менән хаҡлы ялға китергә йөрөүен ишетеп белдем. Эйе, 42 йыл ғүмер аҙ түгел, батырға ла ял кәрәк! Күпме замана үҙгәрештәре. Медицина хеҙмәткәрҙәре иңдәрендә күпме яуаплылыҡ. Ауыл фельдшеры иңендәге яуаплылыҡтың ҙур булыуын һәр кем белә. Бер үк ваҡытта уға терапев та, хирург та, акушер ҙа, хатта психолог та булырға тура килә. Ғаиләлә берәйһе ауырыһа, иң тәүҙә ярҙамға фельдшер ашыға. Уның эш сәғәте - тәүлек әйләнәһенә. Шундай уңған медицина хеҙмәткәрҙәренең береһе Света Әхмәтова, ҡырҡ ике йыллыҡ тынғыһыҙ хеҙмәт юлында нимә генә кисерергә тура килмәгәндер: йоҡоһоҙ төндәре лә, ауырыуҙар өсөн борсолоуҙар ҙа, һөйөнөстәр ҙә етерлек булғандыр. Быныһын Света Алдонғар ҡыҙы үҙе генә беләлер. Төнөн ишек шаҡып уятыуҙар ҙа, селлә һыуыҡта, йәки ҡойоп яуған ямғырға ҡарамай, бешкән ашын ашамай ауырыуҙар эргәһенә сығып йүгереүҙәр ҙә, үҙе ауырып киткәндә хәлен һиҙҙермәй генә ярҙамға ашығыуҙар ҙа ауыл фельдшеры тормошона хас күренеш. 

Рәйлә АҠҺАРОВА, Яҡшымбәт ауылы

Был хат та тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: