Все новости
Хаттар
16 Июня , 10:02

Үткәндәрҙе һағындыра

Мәҡәләмде кешелекле кеше, ҙур шәхес, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Минибай Вәлит улы Рахманғолов тураһында яҙырға уйлайым.

Үткәндәрҙе һағындыра
Үткәндәрҙе һағындыра

Сөнки ундай шәхестәрҙе халыҡ онотмаҫҡа тейеш. Минибай Вәлит улы 1923 йылдың 17 ғинуарында Кинйә ауылында тыуған. Мин Яҡшымбәт фельдшер-акушерлыҡ пунктына йүнәлтмә менән училище бөткәс тә эшкә ебәрелдем. Был 1967 йылдың 5 апрель көнө ине. Шул ваҡытта фельдшер Минибай Рахманғолов фельдшер акушер-пункты мөдире һәм Клара Әмир ҡыҙы акушерка ине. Яҡшымбәттә ике койкалыҡ родхата ла бар ине.
Килгән көндө үк Минибай ағай мине бик йылы ҡаршы алды. "Һыу таша, юл юҡ, ә Ҡотлоюл ауылында йәш балалар күп", - тип 1-се медицина ярҙамы күрһәтергә кәрәк-яраҡтар биреп, мине иҫке мәктәп бинаһына үҙе "Беларус" телешкаһында алып барып, урынлаштырып китте. Ә Вәлит ағай ауыл буйлап таныштырып йөрөттө һәм һорауҙарың булһа миңә мөрәжәғәт итерһең, тине. Шулай эш башлап ебәрҙем.
Минибай ағай үҙ эшенең оҫтаһы ине. Ул ололарҙы ололап, кескәйҙәргә наҙлы һүҙҙәр табып, нисек тә уларҙы әүрәтеп прививкалар яһай торғайны. Ҡотлоюл ауылы халҡы уны ныҡ хөрмәт итте. Оло йәштәге инәйҙәр "Минибай килмәйме? Уға күренеп ҡалырға ине", - тип уны көтөп ала торғайнылар.
Ул йылдарҙа районға юл юҡ. 

Зифа ИБРАҺИМОВА, хаҡлы ялдағы медицина хеҙмәткәре

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: