Ул Михайловка ауылында йәшәй. Беҙгә ҡунаҡҡа килгән һайын сумка тултырып күстәнәстәр алып килә, йомартлығы, киң күңеллеге хайран ҡалдыра. Бабайымдың килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алам, сөнки уның менән төрлө темаларға һөйләшеп ултырыуы ҡыҙыҡ. Ул бик оҫта ҡуллы. Ауылда берәйһенең электр ҡорамалы ватылһа, барыһы ла уға килә. Бабайым бер ҙә юҡ тип әйтмәй, гел ярҙам итә. Хатта кәңәш һорарға ла килеүселәр күп. Шулай уҡ ул үҙе төрлө ҡорамалдар уйлап сығара, трактор ҙа ҡороп ҡуя.
Анатолий Яковлевич бер нисә йыл элек ҡаты ауырып китте, шулай ҙа дарыуҙар менән генә түгел, ә үҙенең тормошҡа оптимистик ҡарашы менән был ауырлыҡты еңә алды.
Ошо арала ул тағы ла үҙенең йомартлығы менән таң ҡалдырҙы, яу ҡырында йөрөгән атайыма дронға ҡаршы мылтыҡ (антидроновое ружье) алып ебәрҙе. Уның изге эше өсөн мин бик рәхмәтлемен. Бабайым иҫән-һау булһын, һәр ваҡыт беҙҙең менән бергә шатланып ҡына йәшәргә яҙһын.
София ДЕМЕНТЬЕВА, Күмертау ҡалаһы