Все новости
Хаттар
26 Июня , 11:38

Ғәжәп кеше

2016 йылдың 1 сентябрендә 4 ауылдан килгән балалар Илкәнәй урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бишенсе класҡа йыйылдыҡ. Һәм беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына Гөлдәр Шәмсетдинова йыйнап алды.

Ғәжәп кеше
Ғәжәп кеше

Беҙҙең класс етәксеһе, шул уҡ ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – бик ғәжәп кеше. Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы кластағы һәр уҡыусы хаҡында ҡайғыртыуҙан тыш, беҙгә туған телебеҙҙән төплө белем бирҙе, һәләттәребеҙҙе үҫтерергә ярҙам итте. Үҙенең кәңәштәре менән тормошобоҙҙа ҙур роль уйнаны.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына килгән һайын, ул беҙҙе йылмайып һәм йылы һүҙҙәр менән ҡаршы ала. Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы уҡыусылырына төрлө шарттарҙа ярҙам итергә һәм белемгә ынтылышыбыҙҙы нығытырға һәр саҡ әҙер. Уның дәрестәре һәр саҡ ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.
Гөлдәр апабыҙҙың сабырлығы һәм һөнәри оҫталығы арҡаһында туған телемдә ҙур белем запасын тупланым. Ул һәр ваҡыт ҡатмарлы темаларҙы аңлатыу һәм өйгә эштәрҙе башҡарыуҙа ярҙам итеү өсөн ваҡыт таба. Уның ярҙамында туған телебеҙгә ихтирамыбыҙ артты, башҡорт телендә яҡшы итеп һөйләргә, төрлө темаларға иншалар яҙырға өйрәндек.
Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙының оҫталығы хаҡында уҡыусыларының төрлө олимпиада, конкурстарындағы һөҙөмтәләре һөйләй...

Ләйсән МӘХМҮТОВА, сығарылыш уҡыусыһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: